08:45 (UTC+5), 02 Декабря 2016

Төбәктә ит фестивале ҡунаҡтарын гастрономик шоу көтә

Depositfotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 17 декабрҙә баш ҡалала II ит фестивале үткәрелә. Сараның маҡсаты — халыҡ традицияларын тергеҙеү, урындағы етештереүселәргә булышлыҡ күрһәтеү. Байрамдар алдынан унда яңы һуйылған ит һатып алырға мөмкин.
Гастрономик фестивалде ойоштороусылар — Өфө хакимиәте, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
«ИтФест» Пархоменко урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә урынлашҡан «Йәй» сауҙа үҙәге янында уҙа. Ойоштороусылар вәғәҙәләүенсә, бында парковка һәм саралар өсөн урын етерлек.
Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «ИтФест» төрлө майҙансыҡта үтә. Йәрминкәлә яңы һуйылған ит тәҡдим ителә. Сарала республика ауыл хужалығы етештереүселәренең продукцияһын күмәртә хаҡ менән һатып алырға мөмкин. Башҡортостандың эшкәртеүсе предприятиелары колбаса, ит деликатестары һәм ярымфабрикаттар тәҡдим итә. Шулай уҡ һөт, икмәк, йомортҡа, сәй, кондитер изделиелары һатыла. Фестиваль программаһында ит турау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Йылы бинала Өфө ашнаҡсылары милли һәм классик аш-һыу менән һыйлаясаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын Гастрономик шоу көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика