06:29 (UTC+5), 02 Декабрь 2016

Башҡортостан SKOLKOVO Trend Awards премияһына лайыҡ булды

Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан «2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияларын» төҙөүҙә ҡатнашҡан идара итеү командаһын әҙерләү буйынса уҡытыу программаһы өсөн SKOLKOVO Trend Awards премияһына лайыҡ булды. Лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы «People Management ReForum «Winning The Hearts-2016» эшҡыуарлыҡ форумы барышында үтте.
Форум эшендә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнашты. Ул республика Хөкүмәте исеменән идара итеү командаһын әҙерләү буйынса тәжрибәне юғары баһалауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Был «Сколково» бизнес мәктәбе менән ҙур берлектәге проект булды. Ҡырҡ кешенән торған биш проект төркөмө уҡыны. Беҙҙең хеҙмәттәшлек республика моноҡалалары башлыҡтарын уҡытыу барышында ла һөҙөмтәле төҙөлгән. Алда тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы проекттар булыр, тип ышанам», — тип билдәләне бүләкләү тантанаһында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика