18:11 (UTC+5), 01 Декабря 2016

Тиҙҙән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Үҫеш банкы эш башлай

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Тиҙҙән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Үҫеш банкы эш башлай. Был хаҡта Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Ҡырғыҙстандың элекке премьер-министры Джоомарт Оторбаев белдерҙе.
«Ҡырғыҙстан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Үҫеш банкын булдырыу өсөн сығыш яһай, — тип билдәләне брифингта Джоомарт Оторбаев. — Финанстар менән эш итеү эшҡыуарҙар өсөн төп мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Өҫтәүенә Үҫеш банкы — күп яҡлы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ иткән, коммерцияға ҡарамаған структура. Һис шикһеҙ, уны булдырырға кәрәк. Бөтә, айырыуса ҙур илдәр, капиталлаштырыуға әҙер. Яҡын арала Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Үҫеш банкы булдырыла, һәм беҙ, әлбиттә, ресурстар алыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 1-2 декабрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы уҙғарыла.
Уның төп маҡсаты — Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары араһында бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу, шулай уҡ компанияларҙың төбәк-ара проекттарына ярҙам итеү механизмдарын булдырыу. Форум Рәсәй төбәктәренән һәм 15 илдән, шул иҫәптән Мысыр, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Чехия, Ҡаҙағстан, Белоруссиянан 900-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика