05:08 (UTC+5), 01 Декабря 2016

Төбәктә алдағы өс йылға бюджет раҫланған

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда 2017-2019 йылдарға ҡаҙна раҫланған. Закон проекты 30 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде.
Башҡортостандың финанс министры Рида Собханҡолова хәбәр итеүенсә, 2017 йылға килем — 128,2 миллиард, сығым 137,7 миллиард һум тәшкил итә. 2018 йылда — 130,9 миллиард һәм 139,9 миллиард һум, 2019 йылда 134,6 миллиард һәм 143,1 миллиард һум була. Ҡаҙна ҡытлығы иң беренсе ҡабул ителгән кимәлдә һаҡлана: 2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа 9,5 миллиард, 9 миллиард һәм 8,5 миллиард һум.
Тәүге уҡыуҙан һуң закон проектына бер нисә төҙәтмәләр индерелде. Улар, нигеҙҙә, федераль бюджеттан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙең күләмен асыҡлауға, шулай уҡ һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙе күҙаллауҙы арттырыуға бәйле.
Тағы ла бер нисә төҙәтмә дәүләт бурысы күләменең кәмеүенә бәйле. Һөҙөмтәлә 2017 йылға дәүләт бурысының өҫкө сиге — 23,5 миллиард, 2018-2019 йылдарға 23,1 миллиард һумға тиклем кәмегән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика