12:23 (UTC+5), 01 Декабря 2016

ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарлыҡ форумында бәләкәй предприятиеларға ярҙам итергә әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙеләр

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы бәләкәй компанияларҙа сит илдәрҙең өлөшөн раҫлауҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
«Беҙ Сауҙа-сәнәғәт палатаһына бер ябай ғына фактты раҫлауҙы үҙ өҫтөнә алырға тәҡдим иттек: Рәсәйҙәге юридик берәмектең милексеһе булған сит ил предприятиеһы ҙур компания һаналмай, ул да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡарай. Ошо принципты сит ил контрагенттарына ла таратырға уйлайбыҙ, — тип хәбәр итте бөгөн Өфөлә асылған ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Олег Фомичев. — Әгәр ҙә сит ил милексеһенең бәләкәй бизнес вәкиле булыуын раҫлаған система булдырһаҡ, тауарҙың етештерелгән урынына сикләүҙе алырға әҙербеҙ. Сөнки ул беҙҙең өсөн һалым түләгән, эш урындары булдырған һәм илдәге бәләкәй предприятиеның өҫтөнлөктәре менән файҙаланған юридик берәмек буласаҡ».
Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Ирина Дыбова брифингта хәбәр итеүенсә, Сауҙа-сәнәғәт палатаһының ошо эште үҙ өҫтөнә алырға әҙер булыуҙары тураһында хаты илдең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән.
1-2 декабрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумы уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика