Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Ноябрь 2016, 15:05

Башҡортостанда ит етештереү артҡан

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда 282 мең тонна мал һәм ҡош ите етештерелгән, был бер йыл элекке менән сағыштырғанда өс процентҡа күберәк.
Өҫтәүенә ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында ит етештереү күләме 23 процентҡа үҫкән, тип билдәләнеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Һөт етештереүгә килгәндә, әлеге мәлдә һәр һыйырҙан һауым дүрт мең килограмдан ашыу, йәки былтырғы кимәлгә ҡарата 111 процент тәшкил итә.
Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һөт етештереүҙең 4,5 процентҡа артыуы (602 мең тонна), шәхси ихаталарҙа иһә өс процентҡа кәмеүе күҙәтелә.
Дөйөм алғанда, йыл башынан Башҡортостанда 1,550 миллион тонна һөт етештерелгән, был уҙған йылғы кимәлгә ҡарата 99,6 процент тәшкил итә.
Читайте нас