06:53 (UTC+5), 30 Ноября 2016

Башҡортостан күмәртә-логистика базаларын төҙөү буйынса пилот төбәктәренең береһе буласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү программаһы сиктәрендә Башҡортостан күмәртә-логистика базаларын төҙөү буйынса пилот төбәктәренең береһе буласаҡ. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы вәкилдәре менән осрашыуҙа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға һәм уларҙың продукцияһын һатыуҙа ярҙам итеү мәсьәләһен күтәрҙе. Бының өсөн ҡулланыусылар кооперацияһын әүҙемерәк үҫтерергә кәрәк.
Ошо тема Рәсәй Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы советы рәйесе Дмитрий Зубов менән осрашыуҙа тикшерелде, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Әлеге ваҡытта Үҙәк союз шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү буйынса программа әҙерләгән. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек тураһында ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә муниципалитеттарҙа ҙур булмаған йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү ҡаралған.
– Рөстәм Зәки улы уҙған аҙнала был теманы Үҙәк союз етәкселеге менән тикшереүҙәре хаҡында һөйләне. Тиҙҙән республика бер нисә күмәртә-логистика базаларын төҙөү күҙалланған пилот төбәктәр иҫәбенә индереләсәк, – тип һөйләне журналистарға Азат Фазлыев. – Улар фермерҙарҙың һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукцияһын һатыу үҙәге була ала.
Шулай уҡ республикала ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүҙе контролдә тотоу маҡсатында «Башпотребсоюз»дың күҙәтеү советына Башҡортостан Хөкүмәте вәкилен индереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика