09:51 (UTC+5), 29 Ноября 2016

Өфө предприятиеларында уртаса айлыҡ эш хаҡы билдәле булды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Туғыҙ ай эсендә Өфөләге ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа, ойошмаларҙа уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 37,8 мең һумдан ашҡан. Уҙған йылдың ғинуар-сентябрь айҙары менән сағыштырғанда 9,2 процентҡа артҡан.
Ошо хаҡта мэрияла үткән матбуғат конференцияһында Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Хәсәнов хәбәр итте. Журналистар менән осрашыу ҡаланы социаль-иҡтисади үҫтереү йомғаҡтарына арналды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, III кварталда республикала уртаса эш хаҡы 30 704 һум булған.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, йән башына аҡсалата килем быйыл беренсе кварталда — 22 551, икенсе кварталда — 25 288, өсөнсөһөндә 30 704 һум тәшкил иткән.
Статистар 2016 йылдың туғыҙ айы өсөн халыҡтың аҡсалата килеменең һатып алыу һәләтен иҫәпләгән. Мәҫәлән, Башҡортостанда йәшәүселәр айына 89 килограмм һыйыр ите, йәки 605,1 килограмм икмәк, йәки 1353 килограмм картуф, йәки 755,9 литр бензин һатып алыу мөмкинлегенә эйә булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика