11:07 (UTC+5), 28 Ноябрь 2016

Башҡортостан энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетиканы үҫтереү буйынса илдең иң яҡшы төбәктәренең береһе тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетиканы үҫтереү буйынса илдә иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. ENES-2016 III Бөтә Рәсәй энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһендә тормошҡа ашырылған проекттар конкурсының һөҙөмтәләре шундай.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Башҡортостандың йәшел ожмахы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Теплица хужалығында энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Салауат ҡалаһының ҡатнаш төрҙәге 49-сы балалар баҡсаһы «Мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар араһында энергияны һаҡсыл тотоноуҙы популярлаштырыу буйынса иң яҡшы проект» номинацияһында икенсе урын алды.
«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеһында энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү өлкәһендә һөҙөмтәле идара итеү системаһы» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.
Бөтә Рәсәй конкурсы ENES-2016 V Халыҡ-ара энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетиканы үҫтереү форумы барышында уҙғарылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика