12:27 (UTC+5), 25 Ноября 2016

Республика Хөкүмәте һәм Рәсәй Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы араһында 2016-2022 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы советы рәйесе Дмитрий Зубов ҡул ҡуйҙы.
Документ Башҡортостандың Ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ул халыҡтың социаль-иҡтисади яҡланғанлығын һәм хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүгә, шәхси ярҙамсы һәм фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә булышлыҡ иткән шарттар булдырыуҙы күҙ уңында тота.
– «Башпотребсоюз» һәр саҡ яҡшы яҡтан айырылып торҙо, һәйбәт эшләне. Совет власы йылдарында иң яҡшыһы булғандыр, моғайын. Хәҙер нисектер – белмәйем, элек шулай була торғайны, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, беҙ берлектәге эш менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Эшмәкәрлеккә ниндәйҙер төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Бөгөнгө килешеү изге һәм кәрәкле эшкә ярҙам итәсәк.
Рәсәй Ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы – илдәге ҡулланыусылар йәмғиәттәренең берекмәһе, ҡулланыусылар кооперацияһының юғары идара итеү органы ул. Ул Рәсәйҙең 68 төбәгендә өс меңгә яҡын ҡулланыусылар йәмғиәтен һәм 2,5 миллион самаһы пайсыны берләштерә. Ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмалары ил буйынса 200 меңгә яҡын кешене эш менән тәьмин итә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика