09:47 (UTC+5), 25 Ноября 2016

Республика Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығында инициативалы төбәк тип танылды

Башҡортостан Финанс министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Финанс министрлығында Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығына йомғаҡ яһау һәм уны ябыу тантанаһы булды. Башҡортостан әүҙем эшләгәне өсөн Һаҡсыллыҡ аҙналығының инициативалы төбәге тип танылды.
31 октябрь — Халыҡ-ара һаҡсыллыҡ көнө. Ошо уңайҙан йыл һайын Рәсәй Финанс министрлығының «Илдә халыҡтың финанс буйынса грамоталылығын яҡшыртыуға һәм финанс ғилемен үҫтереүгә булышлыҡ итеү» проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй һаҡсыллыҡ аҙналығы уҙғарыла. Быйыл 24-31 октябрҙә 60-тан ашыу төбәктә Һаҡсыллыҡ аҙналығы үтте.
«Республикала төп саралар Финанс университетының Өфөләге филиалында, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай мәктәптәрендә ойошторолдо. Бөтәһе 90-дан ашыу мәғлүмәт-танып белеү саралары уҙғарылды», — тип хәбәр итте Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат секретары Әлфиә Ҡотлоева.
Республика Финанс министрлығында билдәләүҙәренсә, был — Башҡортостандың икенсе наградаһы. Төбәктең халыҡтың финанс ғилемен үҫтереү буйынса тәжрибәһе 19 майҙа Мәскәүҙә «Финанс ғилемен арттырыуҙың халыҡ-ара һәм Рәсәй тәжрибәһе: дәүләттең һәм эшҡыуарлыҡтың хеҙмәттәшлеге» тип аталған халыҡ-ара ғәмәли конференцияла иң яҡшылар иҫәбенә инде.
Башҡортостан Финанс министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙең Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр өсөн финанс грамоталылығы аҙналығы сараларында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәсәй Финанс министрлығының дипломына лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика