07:34 (UTC+5), 24 Ноября 2016

Мәскәүҙә ENES форумында Өфөләге электр селтәрҙәре комплексын яңыртыу һөҙөмтәләре иғлан ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙә ENES-2016 V Халыҡ-ара энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм энергетиканы үҫтереү форумы эшендә ҡатнаша.
Сараға 10 меңдән ашыу федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары, милли һәм сит ил компаниялары, ғилми һәм эксперт берләшмәһе, йәштәр вәкилдәре килгән.
Төп темалар иҫәбендә иҡтисадтағы энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҡалаларҙы тотороҡло үҫтереү, бәләкәй ауылдарҙың инфраструктураһын инновациялы үҫтереү, энергетиканы үҫтереүҙең һәм ҡулланыусыларҙың энергияны һаҡлау ышаныслылығын арттырыуҙың бойондороҡһоҙ һәм фәнни нигеҙле сценарийҙарын булдырыу бар.
Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Smart Grid технологияларын ҡулланып, баш ҡалалағы электр селтәрҙәрен реконструкциялау һәм тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәрен яңыртыу буйынса доклад менән сығыш яһаны.
Ирек Ялалов әйтеүенсә, Өфө — илдә Smart Grid индереү буйынса эштәр алып барылған берҙән-бер ҡала.
«Аҡыллы селтәрҙәр»ҙең төп үҙенсәлеге — бер үк ваҡытта электр энергияһы юғалтыуҙары кәмегәндә электр менән тәьмин итеүҙең сифатын һәм ышаныслылығын арттырыуҙа.
«Smart Grid проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә беҙ коммерция һәм техник юғалтыуҙарҙың 80 һәм 10 процентҡа ҡыҫҡарыуын көтәбеҙ. Авариялар һанын кәметеү иҫәбенә ҡулланыусыларҙың көтөү ваҡытын 50 процентҡа ҡыҫҡартыу, төҙөкһөҙлөктөң булыу-булмауын асыҡлауға ваҡытты 70 процентҡа экономиялау, ҡорамалдарҙың хеҙмәт итеү ваҡытын 10 процентҡа оҙайтыу, — тип хәбәр итте форумда Өфө хакимиәте башлығы. — Өҫтәүенә селтәрҙәрҙе үҫтереү буйынса берҙәм система булдырыла. Шулай уҡ беҙ Өфө иҡтисадындағы энергия һөҙөмтәлелегенең һәм электр энергетикаһы секторында инвестициялар йәлеп итеү һәләтенең артыуын көтәбеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика