Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2016, 18:18

Өфөнөң өс районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 26 һәм 27 ноябрҙә өфөләрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләренә саҡыралар. Шәмбе һәм йәкшәмбе өс районда йәрминкә була.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Ленин районында өфөләрҙе Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында көтәләр.
Октябрь районында ауыл хужалығы продукцияһын Спорт һарайы алдында, шулай уҡ Рыльский урамындағы аллеяла, Орджоникидзе районында С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатып алырға мөмкин.
Читайте нас