13:11 (UTC+5), 23 Ноябрь 2016

Мәскәүҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына әҙерлек тикшерелде

Олег Яровиков, Гөлсәсәк Ханнанова
Олег Яровиков, Гөлсәсәк Ханнанова
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Мәскәүҙә, ТАСС мәғлүмәт агентлығында, 1-2 декабрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләжетдинов, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе ойошмалар вәкилдәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Форумда илдең 30 төбәгенән һәм 10 ШОС һәм БРИКС илдәренән меңгә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, Рәсәй эшҡыуарҙарының сит илдәге партнерҙар менән төбәк-ара хеҙмәттәшлеген үҫтереү өсөн яҡшы мөхит булдырыу, шулай уҡ бәләкәй бизнесҡа инфраструктура һәм финанс ярҙамы, дәүләт һатып алыуҙарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың өлөшөн арттырыу, йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү, ШОС һәм БРИКС илдәре тауарҙары һәм хеҙмәттәре баҙарын ойоштороу мөмкинлеге Өфөләге фекер алышыуҙың төп темалары буласаҡ.
Матбуғат конференцияһында 2030 йылға илдең бәләкәй һәм урта бизнес эшмәкәрлегенән килгән экспорт килемен 2,5 тапҡырға арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан «Стратегия-2030» менән таныштырылды.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика