05:07 (UTC+5), 23 Ноября 2016

Башҡортостан Башлығының инициативаһы ҡарарҙың федераль проекты статусын алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың моноҡалаларҙа тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмәләрҙең резиденттарына ҡарата критерийҙарҙы ике тапҡырға кәметеү тураһындағы башланғысы Рәсәй Хөкүмәте ҡарары проекты статусын алды.
Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығында Рәсәй Хөкүмәтенең 2015 йылдың 22 июнендәге «Рәсәй Федерацияһының монопрофилле муниципаль берәмектәре биләмәләрендә тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыуҙың үҙенсәлектәре хаҡында»ғы ҡарарына тейешле үҙгәрештәр әҙерләнгән.
Төҙәтмәләр капитал һалыуҙарҙың кәрәкле минималь күләмен 5 миллион һумдан 2,5 миллионға тиклем ҡыҫҡартыуға, шулай уҡ инвестиция проекты сиктәрендә булдырылған яңы даими эш урындары һанын 20-нән 10-ға тиклем кәметеүгә ҡайтып ҡала.
Әлеге ваҡытта ҡарар проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика