11:32 (UTC+5), 23 Ноябрь 2016

2017 йылдың уртаһында республика Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына күсә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 23 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2017 йылдың уртаһында Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына күсә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев хәбәр итте. Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһы тулы булмаған мәғлүмәтле сайттар урынына дөйөм Рәсәй ресурсы булараҡ булдырыла. Унда идара итеү ойошмаһы, йорт һәм күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса эштәр, уларҙың хаҡы, ҡулланылған энергия һәм йыйылған бурыс хаҡында мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Сайтта фатир өсөн дә түләргә була.
«Порталды бик күп мәғлүмәттәр менән тулыландырыу талап ителә. Был — 100 мең торлаҡ ойошмаһы, 50 миллион шәхси иҫәп. Шуға күрә эш ырамлы ғына бармай. Әле идара итеүсе компанияларҙың 99 проценты системала теркәлгән, илдә уларҙың һаны — 14 800. 2017 йылдың ғинуар айынан 14,5 миллион кеше ресурс менән файҙалана аласаҡ. Башҡарма власть органдары, торлаҡ инспекциялары, тарифтар буйынса төбәк комитеттары — барыһы ла теркәү үткән», — тип хәбәр итте Павел Качкаев.
Башҡортостанда йәшәгән 850 мең кеше системала шәхси кабинеттарын асҡан, тип һөйләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Елена Родина. Хәҙер капиталь ремонт программаһындағы барлыҡ күп фатирлы йорттар Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына индерелгән. Төп бурыс — шәхси секторҙың мәғлүмәттәрен индереү. Әгәр системала 1,5 миллион күп фатирлы йорттоң 943 меңе иҫәпкә алынһа, 17 миллион шәхси йорттоң 5900-ө генә теркәлгән.
Яҡынса алғанда, 2017 йылдың июленән Башҡортостан ошо система менән файҙалана башлай.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика