Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Ноябрь 2016, 16:41

Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостан өсөн коммуналь хеҙмәттәргә яңы тарифтарҙы раҫланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең үҙгәреү индексы 5,8 процент тип билдәләнгән. Рәсәй Хөкүмәте 2017 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың артыуын раҫланы. Бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Тимәк, түләүҙәр дәүләт билдәләгән кимәлдән артырға тейеш түгел.
Дөйөм алғанда, илдә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәр ете процентҡа арта. Иң ҙур хаҡ Мәскәүҙә көтөлә. Алыҫ Көнсығыш, Яҡутстан һәм Камчатка крайында йәшәүселәр өсөн тарифтар алты процентҡа күтәрелә.
Иң түбән индекс — Сахалинда һәм Чукоткала. Унда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар 3,4 процентҡа арта.
Читайте нас