14:57 (UTC+5), 17 Ноябрь 2016

Өфөләрҙе Ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумына саҡыралар

ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә Ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумы уҙа. Уны ойоштороусылар — Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, бындай саралар тармаҡ белгестәре өсөн бик мөһим. Улар тәжрибә менән уртаҡлашырға, һөнәри бәйгеләрҙә оҫталыҡтарын күрһәтергә, еңеүселәргә иһә ярыштарҙы федераль кимәлдә дауам итергә мөмкинлек бирә. Дөйөм алғанда, ҡунаҡсыллыҡ һәм туристик индустрия форумы ошо тармаҡтарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә, уларҙың конкурентлыҡ һәләтен арттыра. Бынан тыш, ул Башҡортостанды төбәк-ара сервис һәм туризм хеҙмәттәре баҙарында үҫтереүгә стимул бирә.
Күргәҙмәләрҙә Башҡортостандың, шулай уҡ Ҡырымдың һәм Алтайҙың 70-тән ашыу туристик индустрия компанияһы, шифаханаһы күрһәтелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Форум сиктәрендә ойошторолған «Беҙҙең бренд» фестивалендә 60-ҡа яҡын аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың стендында әлегә һатыуға сығарылмаған үҙенсәлекле ризыҡтар менән танышырға һәм уларҙы тәмләп ҡарарға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика