09:06 (UTC+5), 17 Ноября 2016

Башҡортостан ҡаҙнаһына 98 миллиард һумдан ашыу һалым ингән

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Быйыл ғинуар-октябрь айҙарында Башҡортостанда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 228959 миллион һум һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр ингән. Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда керемдәр 2700 миллион һумға йәки 1,2 процентҡа артҡан.
Республиканың тупланма бюджетына 98890 миллион һум аҡса ингән, был 4307 миллион һумға йәки 4,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым кереме күләме 55367 миллион һум (24,2 процент) тәшкил иткән, акциздарға 45680 миллион һум (20 процент) тура килә, килемгә һалым күләме 37756 миллион һум (16,5 процент) тәшкил итә, физик берәмектәр килеменә һалым — 36869 миллион һум (16,1 процент), өҫтәмә хаҡҡа һалым — 30129 миллион һум (13,2 процент), мөлкәткә һалым суммаһы — 14452 миллион һум (6,3 процент), махсус һалым режимына 6142 миллион һум (2,7 процент) тура килә.
Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һәм мөлкәт һалымынан тыш, һалымдың бөтә төрҙәре буйынса керемдәрҙең ыңғай динамикаһы билдәләнгән, сөнки уларҙы түләү ваҡыты үҙгәргән (2016 йылдың 1 декабре), тип билдәләнеләр һалым ведомствоһында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика