13:02 (UTC+5), 16 Ноября 2016

Республика Башлығы «Башнефть» компанияһының директорҙар советы составына инмәне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Башнефть» компанияһының директорҙар советы составына инмәне. Сәбәбе — ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ул бер үк ваҡытта акционер йәмғиәттәренең идара итеү органдарында ҡатнаша һәм республика Башлығы вазифаһын алып бара алмай.
Алдағы айҙарҙа төбәк ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү күҙаллана, тип аңлатма бирҙеләр республика Башлығының матбуғат хеҙмәтендә. Бынан һуң «Роснефть» компанияһының Баш башҡарма директоры Игорь Сечиндың Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» нефть компанияһының яңыртылған директорҙар советы составына инеү тураһындағы тәҡдимен ҡабаттан ҡарарға һәм был ҡарарҙы 2017 йылдың йәйендә акционерҙарҙың йыллыҡ йыйылышында раҫларға мөмкин буласаҡ.
Уға тиклем Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновты һәм республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевты «Башнефть» нефть компанияһының директорҙар советы составына индерергә тәҡдим ителде.
Октябрь уртаһында «Роснефть» компанияһы «Башнефть» акцияларының дәүләт пакетын яҡынса 330 миллиард һумға һатып алды. Хәҙер «Роснефть» Башҡортостан нефть компанияһы акцияларының 60,16 процентына (устав капиталының 50,08 проценты) эйә. Ябай акцияларҙың 25,79 проценты (устав капиталының 25 проценты) Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика