07:38 (UTC+5), 16 Ноября 2016

Баш ҡала бюджетының килеме 23,95 миллиард һумға тиклем арттырылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфө бюджетының килем өлөшө — 23,96, сығымы 26,9 миллиард һумға тиклем арттырылды. Шаршамбы, 16 ноябрҙә, Өфө ҡала Советы депутаттары шундай ҡарар ҡабул итте. Төҙәтмәләр өҫтәмә аҡса килеп сығыуға бәйле, тип аңлатма бирҙеләр Советта.
Килем республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә субвенциялар биреү иҫәбенә артты. Был сумма яҡынса 2 миллиард 53 миллион һум тәшкил итте. Бер үк ваҡытта сығымдар ҙа арта. Баш ҡала властары өҫтәмә аҡсаны юлдарҙы ремонтлауға, Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙе проектлауға һәм төҙөүгә, граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан күсереүгә йүнәлтергә ниәтләй. Мәктәптәр төҙөү һәм етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү күҙаллана.
Сентябрь айында ҡала бюджетына һуңғы үҙгәрештәр индерелгәйне. Ул саҡта баш ҡаланың килеме — 21,29, сығымы 23,58 миллиард һум күләмендә раҫланғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика