11:48 (UTC+5), 15 Ноября 2016

Республикала Волга буйы федераль округында инфляцияның иң түбән индексы билдәләнгән

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Октябрь айында Башҡортостанда ҡулланыусылар хаҡы индексы сентябргә ҡарата 100,3 процент тәшкил иткән. Был — Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында иң түбән күрһәткес. Ошо хаҡта республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова хәбәр итте. Мәғлүмәттәр 15 ноябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының аҙыҡ-түлек баҙары торошона мәғлүмәт һәм аналитика күҙәтеүен үткәреү буйынса эшсе төркөмө ултырышында яңғыраны.
Докладсы билдәләүенсә, төбәктә хаҡтар тотороҡло, уҙған йылға ҡарағанда әллә ни артмаған.
«Дөйөм алғанда, республикала бөтә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтар индексы — 104,2, Рәсәйҙә 104,5 тәшкил иткән. Илдә аҙыҡ-түлеккә инфляция кимәле лә юғары — 103,2, беҙҙә — 102,9», — тине Гүзәл Аҫылова.
Үткән айҙа иткә, һөт ризыҡтарына, йомортҡаға, шәкәргә хаҡтар үҫеше темпы округка ҡарағанда кәмерәк. Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар кимәле буйынса республика ил субъекттары араһында 75-се урында килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика