Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.98
-0.54
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ноябрь 2016, 11:36

Республикала 1,163 миллион пенсионер бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева /. 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостанда 1,163 миллион эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсионер 5 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Түләүҙе тормошҡа ашырыу өсөн 5,8 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Түләү пенсия эшендә булған документтар нигеҙендә ғаризаһыҙ тормошҡа ашырыла. Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә йәки ғариза яҙырға кәрәкмәй.
2017 йылдан индексациялауҙың элекке тәртибе ғәмәлдә буласаҡ.
Читайте нас: