11:15 (UTC+5), 14 Ноября 2016

Башҡортостан инновация кластерҙарын үҫтереү буйынса федераль проектҡа инде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың нефть химияһы территориаль кластеры еңеү яулаған 11 кластер иҫәбенә инде. Уларҙы Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы инновация кластерҙарын үҫтереү буйынса өҫтөнлөклө проектта ҡатнашыу өсөн һайлап алған. Республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы республика менән килешеүҙең яҡынса проектын әҙерләгән дә инде, — тип билдәләне Алексей Карпухин. — Әлеге ваҡытта ярҙамдың йүнәлештәре һәм күләмдәре аныҡлана».
Башҡортостандың нефть химияһы территориаль кластеры 2012 йылда биш предприятие нигеҙендә булдырылған. Әле уның составында 160 предприятие иҫәпләнә, тип билдәләнеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Кластерҙың проектта ҡатнашыуы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға, яңы эш урындары булдырырға, шулай уҡ предприятиеларҙың инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә булышлыҡ итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика