05:08 (UTC+5), 10 Ноябрь 2016

Өфөләге тимер юл вокзалы ҡаршыһында яңы биҫтә төҙөлә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 10 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөләге тимер юл вокзалы ҡаршыһында яңы биҫтә төҙөләсәк. Иҫке шәхси йорттар урынында 8-25 ҡатлы туғыҙ бина төҙөү күҙ уңында тотола. Ошо көндәрҙә Өфөнөң Совет районы хакимиәтендә К.Маркс урамы, Ибраһимов бульвары һәм проектланған Көнбайыш шоссеһы магистрале менән сикләнгән биләмәнең планын төҙөү проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте.
Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, биләмәнең дөйөм майҙаны — алты гектар самаһы. Шуның биш гектары күп ҡатлы торлаҡ өсөн бүленгән. Документацияға ярашлы, һалынған йорттарҙа фатирҙар һаны мең ярымдан ашыу тәшкил итәсәк. Проектланған торлаҡ фондының дөйөм майҙаны — 77 мең квадрат метр. Шулай уҡ бында 100 урынлыҡ балалар баҡсаһы, дөйөм туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, спорт залы буласаҡ. Трансформатор подстанцияларын, меңдән ашыу автомобилгә иҫәпләнгән паркингтар төҙөү ҡарала.
Яңы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырғандан һуң кварталда халыҡ һаны 2600 кеше тәшкил итер тип көтөлә. Ысынында иһә уның байтаҡҡа күберәк булыуы ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика