09:44 (UTC+5), 09 Ноября 2016

Башҡортостан кредит биреү йәһәтенән әүҙем ун төбәк иҫәбенә инде

cbkg.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.Өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан кредит биреү йәһәтенән әүҙем ун төбәк иҫәбенә инде, тип хәбәр итә Берләшкән кредит бюроһы. Улар — Мәскәү (135,7 миллиард һумға 600 мең кредит), Санкт-Петербург (50 миллиард һумға 315 мең кредит), Краснодар крайы (30 миллиард һумға 245 мең кредит), Свердловск өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан, Түбәнге Новгород, Силәбе, Ростов һәм Һамар өлкәләре. Илдә бирелгән бөтә кредиттарҙың 39 проценты тәүге унау иҫәбенә тура килә.
Дөйөм алғанда, йыл башынан кредит карталары һәм ипотека өлөшө артҡан. Әлеге мәлдә Рәсәйҙә яҡынса 2,73 миллион ипотека заемсылары иҫәпләнә, уларҙың һәр береһенең банктарға уртаса 1,29 миллион һум бурысы бар.
Кредит карталары — иң популяр кредит продукты, уны 31,12 миллион кеше ҡуллана. Карта буйынса уртаса лимит — 49,5 мең, уртаса бурыс — 31 мең һум самаһы. Бирелгән карталарҙың 50 проценты файҙаланылмаған.
Ҡулаҡса биреү күләме, айырыуса автокредит кәмей. Әле 1,22 миллион кеше автокредит түләй. Уның буйынса уртаса бурыс — 405 мең һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика