Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.03
-0.35
94.25
+0.1
60.27
+0.45
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2016, 14:09

Төбәктә федераль юлдарҙы 98 машина тәүлек әйләнәһенә таҙарта

moyidorogi.ru
moyidorogi.ru
ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда федераль юлдарҙа (М-5, М-7, Р-240) 98 машина тәүлек әйләнәһенә эшләй, тип хәбәр иттеләр Федераль юл агентлығының Башҡортостан идаралығында. 7 ноябрҙә юлдарға 2,5 мең тонна самаһы боҙлауыҡҡа ҡаршы реагент һибелгән, эвакуациялау техникаһының дежурлығы ойошторолған.
Бөгөн, 8 ноябрҙә, ҡар яуыуы дауам итә. Көслө ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ, күреү мөмкинлегенең 500 метрға тиклем кәмеүе фаразлана. Елдең тиҙлеге — секундына 17 метрға тиклем. «Юлда иғтибарлы, һаҡ булыуығыҙҙы һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр водителдәргә Федераль юл агентлығының республика идаралығында.
Читайте нас