Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
+0.04
90.4
-0.27
66.47
+1.13
24+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Ноябрь 2016, 15:45

Республика Башҡортостан сода компанияһында үҙ өлөшөн һатырға ниәтләй

ӨФӨ, 2016 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте 2017 йылға тиклем Башҡортостан сода компанияһы акцияларының дәүләт пакетын хосусилаштырырға ниәтләй. Төбәк компания акцияларының 38,27 процентына эйә.
Предприятие Башҡортостандың дәүләт милкендә булған һәм 2016-2017 йылдарҙа акцияларын хосусилаштырыу планлаштырылған акционер йәмғиәттәре исемлегенә индерелгән. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Читайте нас: