08:00 (UTC+5), 03 Ноябрь 2016

Итальяндар республиканың сыр етештереүҙәге ҡеүәтен юғары баһаланы

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанға эш сәфәре менән Италияның МiRare һәм GEA spa компаниялары вәкилдәре килде. Корпоратив һәм экологик сертификация өлкәһендәге эшҡыуарҙар, һөт аҙыҡтары йүнәлешендәге компания етәкселәре һәм сыр яһау өсөн ҡорамал етештереүселәр республикала, урындағы сеймалды ҡулланып, Италия сырҙарын етештереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе.
1 һәм 2 ноябрҙә делегация ағзалары Илеш һәм Баҡалы райондары предприятиеларында булды, уларҙың етештереү базаһы менән танышты.
«Беҙ хужалыҡты яҡшы алып барыуҙарын һәм сеймалды файҙаланыуҙарын күрҙек, илдең башҡа төбәктәре хаҡында быны әйтеп булмай», — тип билдәләне Италия белгестәре Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов менән осрашыуҙа.
Уларҙың фекеренсә, республикала һөттөң сифаты бик юғары. Был уны эшкәртеү буйынса ҙур производство булдырыу өсөн ныҡлы база булыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта Бәләбәй һөт комбинаты ай һайын мең тоннанан ашыу сыр етештерә. Әммә республикаға ошо күләм генә етмәй.
Башҡортостандың һөтсөлөк союзы рәйесе Илдар Фәйзуллин әйтеүенсә, «ҡиммәтле һәм юғары сифатлы сырҙар өлкәһе әлегә буш тора». Шуға күрә осрашыуҙа ҡатнашыусылар бөтә варианттарҙы ҡарағандан һуң был теманы ентеклерәк тикшерергә һөйләште, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика