10:38 (UTC+5), 03 Ноября 2016

Хеҙмәт министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы әсәлек капиталын алыу ҡағиҙәләрен ябайлаштырҙы. 4 ноябрҙән, Хеҙмәт министрлығының бойороғо көсөнә ингәс, ҡатын-ҡыҙҙарға сертификат юллау өсөн аҙыраҡ белешмәләр йыйырға кәрәк.
«Рәсәй гәзите» хәбәр итеүенсә, хәҙер әсәнең торған урыны һәм гражданлығы тураһында мәғлүмәт Эске эштәр министрлығынан Рәсәй Пенсия фондына туранан-тура килә.
Ғаризаны Пенсия фондында, күп функциялы үҙәктәр, почта аша йәки интернет ярҙамында бирергә мөмкин. Был пункт осраҡлы түгел, сөнки Рәсәй граждандары ғына әсәлек капиталын алырға хоҡуҡлы.
Бөгөн электрон сервистар — дәүләт хеҙмәттәре сайты һәм Пенсия фонды порталында шәхси кабинет ғаризалар ҡабул итә. Әгәр әсәнең электрон ҡултамғаһы бар икән, ул сертификат алыу өсөн ебәрелгән документтарҙы шуның менән нығыта ала. Булмаһа, фондҡа йәки күп функциялы үҙәккә барырға кәрәк.
Әсәлек капиталы суммаһынан 25 мең һумды алыуға ғариза биреү өсөн ошо учреждениеларға барыу талап ителмәй. Уны интернет аша ла ебәрергә мөмкин. Бындай ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика