Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Ноябрь 2016, 14:57
Төбәктең өс проекты — «МедиаТЭК-2016» Бөтә Рәсәй конкурсы финалында
ӨФӨ, 2016 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандан өс проект «МедиаТЭК-2016» II Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары, йылылыҡ энергетика комплексы компаниялары һәм төбәк хакимиәттәренең матбуғат хеҙмәттәре конкурсының финалына сыҡты.
Финалсылар араһында Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы, Энергия һатыу компанияһы һәм «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң Туймазылағы филиалының проекттары бар.
Конкурс еңеүселәре ENES халыҡ-ара форумының рәсми сайтында интернет-тауыш биреү юлы менән һайлана.
Тауыш биреүҙә
теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Интернет-тауыш биреү 10 ноябргә тиклем дауам итә.
«Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса иң күп тауыш йыйған проекттар һәр номинацияла еңеүсе тип иҫәпләнә. Һәр номинацияла өс еңеүсе билдәләнә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы ҡарамағындағы
Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге
белгесе Светлана Әбүбәкерова. — Барыһын да Башҡортостандың проекттарын яҡларға һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ENES V халыҡ-ара форумы сиктәрендә ойошторола. Сара 23-25 ноябрҙә Мәскәүҙә уҙа.
Теги:
медиатэк
Читайте нас