09:13 (UTC+5), 28 Октября 2016

Республика «Башнефть» компанияһынан 5 миллиард һумлыҡ дивидендтар аласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан «Башнефть» компанияһынан 5 миллиард һумлыҡ дивидендтар алырға ниәтләй. Был хаҡта журналистарға Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина хәбәр итте.
«Биш миллиард һум — «Башнефть» яҡынса ошо сумманы иғлан итте», — тип һөйләне ул.
«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, йыллыҡ йыйылышта «Башнефть» акционерҙары 2015 йыл һөҙөмтәләре буйынса 29,1 миллиард һумлыҡ дивидендтарҙы раҫланы, был халыҡ-ара финанс отчет биреү стандарттары буйынса компанияның саф табышының 50 процентын тәшкил итә.
Башҡортостан 25 процент плюс бер акцияға эйә. Шулай итеп, «Башнефть» компанияһының 7,3 миллиард һумлыҡ дивидендтары төбәк ҡаҙнаһына күсерелгән.
Былтыр республика 2014 йыл өсөн «Башнефть» компанияһынан 5 миллиард һум күләмендәге дивидендтар алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика