Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.36
+0.09
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Октябрь 2016, 10:00

Рөстәм Хәмитов Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 27 октябрҙә республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Ултырышты төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Унда республиканың йылдың беренсе яртыһындағы инвестиция эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм ошо йүнәлештә тәү сираттағы бурыстар билдәләнде.
– Беҙгә инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүҙең ыңғай динамикаһын һаҡларға кәрәк. Әлегә беҙ былтырғы менән сағыштырғанда яҡынса ике процентҡа ҡалышабыҙ. Һис шикһеҙ, йыл йомғаҡтары буйынса яҡшы һөҙөмтәләр булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә 11-се урында торабыҙ. Быйыл предприятиеларҙың финанс һөҙөмтәләре һәйбәт булыуы күренә. Һигеҙ айҙа табыш 40 процентҡа артҡан, зыян 90 процентҡа кәмегән. Тимәк, предприятиеларҙың аҡсаһы бар. Бурысыбыҙ – инвесторҙы төбәк иҡтисадын үҫтереү мөмкинлектәре булыуына ышандырыу.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков үҙ сығышында төбәктәге муниципаль берәмектәрҙең йылдың тәүге яртыһындағы инвестиция эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Бөгөн республикала 472 инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 662 миллиард һум. Ҙур проекттар ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә тупланған. Нефть эшкәртеү, энергия генерациялау, машиналар эшләү комплексы предприятиеларының проекттары менән Өфө беренсе урында килә (инвестицияларҙың дөйөм күләме – 191,8 миллиард һум). Икенсе урында – Салауат. Капитал һалыуҙарҙың күләме 136,8 миллиард һум тәшкил итә. Бында химия һәм нефть химияһы производствоһында проекттар тормошҡа ашырыла. Хәйбулла, Күгәрсен, Өфө райондарында ҙур проекттар бар.
Тәүге ярты йыллыҡта 29 биләмә төп капиталға инвестициялар күләмен арттырған. Бөрйән, Благовещен, Стәрлебаш, Миәкә, Көйөргәҙе райондарында һәм Күмертауҙа үҫеш темпы юғары.
Төбәктәге 33 районда һәм ҡалала инвестиция күрһәткестәренең түбәнәйеүе билдәләнгән. Балтас, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Бишбүләк райондары ныҡ ҡына ҡалыша.
Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары Илдар Шахмаев «Электр селтәрҙәренә тоташтырыу» йүнәлеше буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, һуңғы өс йылда ҡулланыусыларҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡыты кәмегән. Әммә, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин билдәләүенсә, тоташтырыу ваҡытын кәметкәс, эшҡыуарҙарға энергия ресурстарына тоташтырыр алдынан килешеү процесына финанс сығымдары буйынса өҫтәмә бурыс йөкмәтелде.
Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һаны буйынса статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Бөгөн Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса (мең кешегә 31 кеше) илдең 85 төбәге араһында 75-се урынды биләй.
Башҡортостан Башлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһенә хәлде төҙәтеү өсөн резервтар табырға ҡушты.
Читайте нас: