Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Октябрь 2016, 15:16

Төбәктә 44 тимер юл аша сыға торған урында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү системаһы ҡуйыла

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2016 йыл, 27 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда ете тимер юл аша сыға торған урынды фото-видеотеркәү приборҙары менән йыһазландырыу күҙаллана. Был хаҡта төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, дәүләт комитетының эшсе төркөмө республикалағы барлыҡ тимер юл аша сыға торған урындарҙы тикшергән. Уға ЮХХДИ вәкилдәре, тимер юл, йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре ингән. Тикшереү барышында шуларҙың 44-нә фото-видеотеркәү приборҙары менән йыһазландырыу талап ителеүе асыҡланған.
«Өфөләге 1622-се километрҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплексы уңышлы эшләй. Әле мәғлүмәтте Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ автоматик фото-видеотеркәү үҙәгенә тапшырыу мәсьәләһе хәл ителә, — тине «Башиноформ» агентлығында уҙған түңәрәк өҫтәлдә Азат Кәлимуллин. — Конкурс процедураларын үткәреп өлгөрһәк, йыл аҙағына тиклем тағы ла ете урында ошондай приборҙар ҡуйырға теләйбеҙ».
Ошо маҡсатҡа яҡынса 30 миллион һум аҡса талап ителә. Әгәр ҙә быйыл конкурс процедуралары үткәрелмәһә, республикалағы тимер юл аша сыға торған урындар 2017 йылда ошондай приборҙар менән йыһазландырыла, тип һөйләне Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.
Читайте нас