04:50 (UTC+5), 26 Октябрь 2016

Республикала меңдән ашыу граждан үҙҙәрен законлы рәүештә банкрот тип иғлан иткән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында» федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң, республиканың арбитраж судына халыҡтан үҙҙәрен банкрот тип таныу тураһында 1109 ғариза килгән, шуларҙың 831-е — ағымдағы йылда.
Банкрот хәлендә ҡалған 569 кешегә уларҙың мөлкәтен һатыу процедураһы тәғәйенләнгән, һәм 44 осраҡта ғына бурысты реструктуризациялау тураһында ҡарар сығарылған. Был граждандарҙың күбеһе мөлкәттәрен һатып ҡына бурыстарын ҡаплай алыуы хаҡында һөйләй, тип билдәләнеләр ведомствола.
Арбитражға ғаризаларҙың 84 процентын кешеләр үҙҙәре, 3,6 процентын банк инициативаһы буйынса ебәргән, 1,1 проценты һалым хеҙмәтенә тура килә, 10,7 проценты — башҡа ғариза биреүселәр.
Банкротлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм федераль реестры мәғлүмәттәре буйынса, илдә физик берәмектәргә ҡарата процедуралар башлау үтенесе менән 33 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Яҡынса 14 мең эш ғәмәлгә ашырыла башлаған, шуларҙың 4,5 меңе бурысты реструктуризациялауға ҡағыла.
Белешмә. Әгәр ҙә 500 мең һумдан ашыу бурыс һәм кредитты ваҡытында түләмәү срогы кәмендә өс ай булһа, банкротлыҡ процедураһын башларға мөмкин. Уны кеше үҙе, уның кредиторы, йә иһә һалым хеҙмәте башлай ала. Бының өсөн гражданды банкрот тип таныу тураһында ғариза менән арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Банкротлыҡ тураһында эш бурыслы вафат булғандан һуң да ҡуҙғатылырға мөмкин. Һуңғы осраҡта граждандың үлеменән һуң уның банкротлығы тураһында эштә хоҡуҡтар мираҫ алыусыларға бирелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика