12:54 (UTC+5), 26 Октября 2016

Рөстәм Хәмитов Өфөләге фармацевтика предприятиеларында булды

Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 26 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында республика биләмәһендәге фармацевтика предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.
«Микроген» ғилми-етештереү берекмәһе филиалы «Иммунопрепарат» — инфекция, аллергия һәм соматик сирҙәрҙе диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау өсөн дарыуҙар әҙерләү, сығарыу буйынса Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең ҙур ғилми-сәнәғәт комплексы. Бында йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә ингән 62 препарат һәм 121 иммунобиологик препарат, шул иҫәптән инфекция ауырыуҙарына ҡаршы вакциналар етештерелә. Бактериофагтар етештереү эшмәкәрлектең үҙенсәлекле йүнәлеше булып тора. Бынан тыш, бында микробиология, вирусология, иммунология һәм биотехнология өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла.
Рөстәм Хәмитов бактериофагтар сәсеү материалдары участкаһын, юғары һөҙөмтәле шыйыҡ хроматограф ҡуйылған лабораторияны һәм микробиология лабораторияһын ҡараны.
«Иммунопрепарат» хеҙмәткәрҙәре менән аралашыу барышында республика Башлығы эш шарттары, хеҙмәт хаҡы, социаль гарантиялар менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ предприятие етәкселеге менән уны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Фармстандарт-Өфөвита» асыҡ акционерҙар йәмғиәте моно- һәм поливитамин препараттар етештереү буйынса илдә лидер булып тора. Предприятие исемлегендә 140 дарыу һәм 13 биологик яҡтан әүҙем өҫтәмә бар. Йыл һайын «Фармстандарт-Өфөвита» 3 миллиард һумдан ашыу суммаға 200 миллиондан ашыу дарыу сығара. Предприятиеның продукцияһы бөтә илдә һатыла, шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә оҙатыла.
Республика Башлығы газ үткәрелгән яңы ҡаҙанлыҡты ҡараны, ул завод биналарын ғына түгел, яҡындағы йорттарҙы, мәктәпте һәм балалар баҡсаһын йылылыҡ менән тәьмин итә. Рөстәм Хәмитов ампулаларҙа инъекция препараттарын һәм инсулин препараттарын етештереү участкаларын да ҡарап сыҡты, унда продукция сығарыу технологиялары менән танышты.
Рөстәм Хәмитов компания етәкселеге менән производствоны үҫтереү һәм яңыртыу буйынса пландарҙы тикшерҙе. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Чернышевский урамында яңы етештереү корпусы төҙөлгән. Уны заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм етештереү линияларын асыу 2017-2019 йылдарға билдәләнгән.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика