06:18 (UTC+5), 26 Октября 2016

Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы директоры Иван Федотов: Башҡортостан — төбәктәр клубында көслө уйынсы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан һәм Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы сифатлы яңы эш кимәленә күсергә ниәтләй.
«Эште сәнәғәт, иҡтисад, мәғариф, мәғлүмәтләштереү министрҙары беҙҙең профилле комитеттар менән туранан-тура эш итә алырлыҡ итеп ойошторорға теләйбеҙ. Бөгөн шул хаҡта һөйләшеп килешелде», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Башлығы менән осрашыу йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы директоры Иван Федотов.
Уның әйтеүенсә, «горизонталь бәйләнештәрҙе» үҫтереү Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһына Башҡортостандың төп инновациялы проекттарын федераль кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк.
«Ошондай үҙ-ара эш итеү республиканы ҡыҙыҡһындырған проекттарҙы федераль власть органдарында дөрөҫ күрһәтеү өсөн тейешле һөҙөмтә бирер, тип уйлайым», — тип өҫтәне Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы башлығы.
Бөгөн ассоциацияға илдең 14 төбәге инә. Улар араһында Татарстан, Башҡортостан, Мордовия, Красноярск крайы, Пермь крайы, Томск, Новосибирск, Калуга, Иркутск, Һамар, Липецк, Ульяновск, Төмән өлкәләре һәм Алтай крайы бар.
«Төбәктәрҙең бөтәһе лә тигеҙ хоҡуҡлы. Был губернаторҙар клубы кеүек, улар үҙҙәре өсөн үҫеш нөктәләрен билдәләй. Һис шикһеҙ, ошо клубта Башҡортостанды бик көслө тип баһалайым. Беҙгә горизонталь бәйләнештәрҙе үҫтерергә кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла һәйбәт буласаҡ», — тип йомғаҡ яһаны Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһы директоры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика