10:24 (UTC+5), 26 Октября 2016

Өфөлә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программа тамамланғанға тиклем 330 йорт һүтеләсәк

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2013-2017 йылдарға иҫәпләнгән граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфөлә 330 авария хәлендәге йортто һүтеү бурысы тора. Уларҙа 12,4 мең самаһы кеше йәшәй. Программала ҡатнашыусы иҫке торлаҡтан яңыһына күсерелә. Уларҙың майҙандары бер төрлө.
Һатып алынған торлаҡтың квадрат метрының хаҡы федераль ҡануниәт тарафынан көйләнә.
2013 йылда Өфөлә ул 30,7 мең һум тәшкил иткән. 2014 йылда — 32,4 мең, 2015 йылда — 34,4 мең, 2016 йылда — 37 мең һум.
Башҡортостандың 2013-2017 йылдарҙа граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһы биш этапта тормошҡа ашырыла. Уларҙың һәр береһен үтәү өсөн ике йыл ҡаралған. 2017 йылдағы саралар иһә 2018 йылдың 1 сентябренә тиклем тамамланырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика