08:29 (UTC+5), 26 Октября 2016

Башҡортостанда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына яҡынса йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Финанс министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәтендә Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тикшерелде.
Быйыл программала ҡатнашыу өсөн республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан тиерлек ғаризалар килгән. Дөйөм алғанда, конкурста 661 проект ҡатнаша. Шуларҙың 487-һе конкурс буйынса һайлап алынған һәм ҡаҙнанан финанслана. 2016 йылда республика бюджетынан ошо маҡсатта 300,7 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәк биләмәһендә бюджетты планлаштырыу механизмдарын тормошҡа ашырыу буйынса үткән кәңәшмәлә ошо турала хәбәр ителде.
Ауыл райондарында күбеһенсә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларын (25 процент), юлдарҙы (18), һыу менән тәьмин итеү системаларын (12,4) ремонтлау, ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү (11) һәм тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү (10) өҫтөнлөк итә.
Ҡалаларҙа спорт объекттары ҙур һорау менән файҙалана — 41,4 процент.
«Быйыл 300 проектты финанслау күҙалланғайны, әммә улар бер ярым тапҡырға күберәк булып сыҡты», — тине кәңәшмәлә Башҡортостандың финанс министры Рида Собханҡолова.
Еңеүсе проекттарҙы финанслауҙың дөйөм күләме 450 миллион һумдан артып китә. Шуларҙың 66,8 проценты — республика ҡаҙнаһы, 15 проценты урындағы бюджет аҡсаһы. Тағы ла 12,5 процентын — халыҡтың вкладтары, 5,7 процентын бағыусылар аҡсаһы тәшкил иткән.
«Артабан эшҡыуарлыҡтың ошо проекттарҙа әүҙемерәк ҡатнашыуына иҫәп тотабыҙ. 2017 йылда әлеге программаны ғәмәлгә ашырыу дауам итәсәк, — тип билдәләне Рида Собханҡолова. — Шуның менән бергә республика ҡаҙнаһынан финанслау күләме быйылғы кимәлдә — 300 миллион һум күләмендә ҡаласаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика