07:58 (UTC+5), 25 Октябрь 2016

Баш ҡалала Рәсәй-Ҡаҙағстан эшҡыуарлыҡ форумы асылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡаҙағстандың сауҙа-иҡтисади делегацияһы килде. Ҡунаҡтар 25 октябрҙә Өфөлә асылған Рәсәй-Ҡаҙағстан эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнаша. Делегацияны Ҡаҙағстан Республикаһының Рәсәйҙәге илселеге кәңәшсеһе Болат Иманбаев етәкләй. Ҡунаҡтар араһында Ҡаҙағстандың дәүләт ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиелары, төҙөлөш материалдары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары өсөн ҡорамалдар, машиналар эшләү продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереүселәр бар.
«Башинформ» агентлығына Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Ғәлиәкбәров хәбәр итеүенсә, форумда Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыев, Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы Әсхәт Нускабай, шулай уҡ республиканың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы вәкилдәре һәм башҡа рәсми кешеләр сығыш яһай.
Ике республика предприятиелары вәкилдәре араһында һөйләшеүҙәр алып барыу ҡаралған. Һуңынан ҡунаҡтар Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты етәкселеге менән осраша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика