08:14 (UTC+5), 24 Октября 2016

Төбәктә дүрт ҡала Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды ҡатнашлығында инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра ала

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Белорет, Нефтекама, Учалы һәм Благовещен Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды ҡатнашлығында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкин булған ҡалалар исемлегенә индерелгән. Исемлекте Иҡтисади үҫеш һәм интеграция буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы Бәләкәй ҡалаларҙы модернизациялау буйынса эшсе төркөм раҫлаған.
Киләһе этап — муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында Башҡортостан һәм Фонд араһында Генераль килешеүгә ҡул ҡуйыу.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, бындай килешеү инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырырға һәм ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиелар эшмәкәрлегенә бәйле булмаған яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.
«Башинформ» алдан хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың Күмертау һәм Бәләбәй ҡалаларында тиҙ үҫешеүсе биләмәләр булдырыу буйынса ыңғай тәжрибә бар. Әлеге ҡалаларҙың идара итеү командалары Моноҡалаларҙы үҫтереү фонды программаһы буйынса Мәскәүҙең «Сколково» идара итеү мәктәбендә уҡыған һәм үҙҙәренең проектын уңышлы яҡлаған. Хәҙер уларға тиҙ социаль-иҡтисади үҫешеүсе биләмә статусын биреү тураһында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика