11:30 (UTC+5), 24 Октября 2016

Республиканың өс ҡалаһы һәм ике ауылы илдә иң төҙөктәр исемлегенә инде

асыҡ сығанаҡ
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары Рәсәйҙә иң төҙөктәр иҫәбенә инде. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «2015 йылда Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһаны.
Башҡортостандың бер нисә муниципалитетына Рәсәй Федерацияһының I, II һәм III дәрәжә дипломдары бирелде. Улар — Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалалары, Илеш районының Үрге Йәркәй һәм Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылдары. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
«Тәү сиратта һәр тораҡ пункттың намыҫлы эшләүен билдәләп үтергә кәрәк. Әммә тәртип урынлаштырыу өсөн уларҙың ғына көсө етмәй. Район үҙәгендәге һәр ойошмаға биләмә беркетелгән, уны яҙғыһын һәм көҙгөһөн генә түгел, кәрәк булған һайын таҙарталар, — тип һөйләне Илеш районы башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Алмаз Хафизов. — Бынан тыш, 200-гә яҡын гаражды күсерҙек, ике ҡатлы йорттар эргәһендәге иҫке биналарҙы һүттек. Бушап ҡалған урындарҙа балалар майҙансыҡтары төҙөнөк, ихаталарға асфальт түшәнек. Һайлап алған саҡта Үрге Йәркәй мәҙәниәт һәм ял паркы ҙур роль уйнағандыр, тип уйлайым».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика