Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Октябрь 2016, 10:13

Рөстәм Хәмитов Рәсәй энергетика форумында сығыш яһаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 21 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында уҙған «Инновациялы энергетика» XVI Рәсәй энергетика форумының пленар ултырышында сығыш яһаны.
– Һис шикһеҙ, Өфө һәм Башҡортостан инновациялы төбәктең йөҙөн һаҡлап ҡалырға тырыша. Был нефть эшкәртеүгә, нефть химияһына, химияға ҡағыла. Был аңлашыла ла, сөнки әлеге тармаҡ республика ҡаҙнаһына 30 процентҡа яҡын килем бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Энергетикаға килгәндә, Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәтен хеҙмәтләндереү өсөн станциялар, электр тапшырыу линиялары, төрлө ҡорамалдар кәрәк. Беҙҙә билдәләнгән ҡеүәт – 4,5 ГВт самаһы. Был аҙ ҙа, күп тә түгел.
Республика Башлығы әйтеүенсә, ҡайһы бер райондарҙа электр энергияһына ҡытлыҡ күҙәтелә, был инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәренә йоғонто яһай.
Төбәк етештерелгән электр энергияһының үҙҡимммәте юғары, ошо станцияларҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыуҙың ҡатмарлы булыуына, шулай уҡ әлеге йүнәлешкә федераль кимәлдәге ярҙамдың юҡлығына бәйле бәләкәй гидроэнергетика өлкәһендәге проекттарҙы ғәмәлгә ашыра алманы, тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.
– Бер үк ваҡытта беҙҙә ҡояш энергетикаһын индереү буйынса эштәр башҡарыла. Бөгөн Көйөргәҙе районында станцияның икенсе сираты эшләй башлай. Мин бер ай элек ошо төҙөлөштә булғайным. Урындағы халыҡ һәйбәт ҡабул итә, яңы эш урындары, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бөгөн «Башкирэнерго» Smart Grid селтәрҙәрен булдырыу йәһәтенән мөмкинлектәрҙе күрһәтте, һәм ҡалала «аҡыллы селтәрҙәр» барлыҡҡа килде. Беҙ ошо өлкәгә лә инновацияларҙың килеүен күрәбеҙ, был иһә халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе һәм Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак форум барышында ойошторолған «Йылылыҡ менән тәьмин итеү. Электр техникаһы. Кабель» һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәләрен ҡараны. Унда бөтә илдән 150-нән ашыу компанияның, шулай уҡ алдынғы халыҡ-ара энергия холдингтары дилерҙарының инновациялы эштәре тәҡдим ителгән.
Мәҫәлән, «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте стендында Smart Grid элементтарын ҡулланып, Өфөнөң электр селтәрҙәре комплексын реконструкциялау проекты ҡуйылған. Уларҙы индереү ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырырға һәм электр энергияһын юғалтыу кимәлен ике тапҡырға тиерлек кәметергә мөмкинлек бирә.
Рөстәм Хәмитов һәм Александр Новак компания вәкилдәре менән импортты алмаштырыу һәм инновациялы технологиялар индереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Читайте нас: