07:36 (UTC+5), 21 Октября 2016

Төбәктә Рәсәйҙең энергетика министры ҡояш электр станцияһын асты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Көйөргәҙе районында Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының икенсе сираты эшләй башланы. Өфөгә Рәсәй энергетика форумына килгән энергетика министры Александр Новак уны ситтән тороп асты. «Башҡарған эштәре өсөн энергетиктарға һәм төҙөүселәргә рәхмәт белдерәм. Төбәктә инновациялы электр энергетикаһы барлыҡҡа килде. Был — тармаҡты үҫтереү өсөн яңы ҙур аҙым», — тип билдәләне ул.
Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының беренсе сираты былтыр декабрҙә сафҡа индерелде. Бөгөн ҡояш электр станцияһының икенсе сираты эшләй башланы. Киләһе йылда өсөнсө сиратын төҙөү ҡаралған. Һуңынан электр станцияһы проект ҡеүәтенә сығасаҡ – 15 МВт. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Объекттың инвесторы булып «Авелар Солар Технолоджи» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай.
Алдағы йылдарҙа «Хевел» компанияһы Башҡортостанда ҡояш электр станциялары селтәрен төҙөргә ниәтләй, уға Бөгөлсән станцияһы ла инә. Төбәктә уларҙың дөйөм ҡеүәте 64 МВт тәшкил итәсәк.
Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡояш радиацияһының кимәле юғары. Көньяҡ райондар электр энергияһын етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Хевел» компанияһының ҡояш модулдәрен етештереү буйынса Яңы Чебоксар заводы Хәйбулла районында Бүребай ҡояш электр станцияһының икенсе сираты өсөн ҡорамалдар тейәүҙе тамамланы. Районда ҡояш электр станцияһының дөйөм ҡеүәте 20 МВт тәшкил итәсәк.
Быйыл июнь-сентябрь айҙарында Бүребайҙа төҙөлөүсе объектҡа 80 меңдән ашыу ҡояш модулдәре килтерелгән. Яңы объектты ноябрь аҙағында уҡ файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бүребай ҡояш электр станцияһының беренсе сиратын төҙөү былтыр октябрҙә тамамланды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика