11:41 (UTC+5), 21 Октября 2016

Өфө уртаса эш хаҡы һәм аҙыҡ-түлек кәрзине нисбәте буйынса рейтингтың аҙағында килә

soczaschita.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө уртаса эш хаҡы һәм аҙыҡ-түлек кәрзине нисбәте буйынса рейтингтың аҙағында килә. RegionalRealty күсемһеҙ милек порталы баһалауынса, Башҡортостандың баш ҡалаһы илдең 25 ҙур ҡалаһы араһында 22-се урынды биләй. Халыҡтың һаны (1,1 миллиондан ашыу кеше) һәм уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле (16 мең һум) нисбәтендә бер кеше аҙыҡ-түлек өсөн ай һайын 8,8 мең һум аҡса тотона. Был Өфө кешеһенең айлыҡ килеменең тап яртыһын тәшкил итә.
Аҙыҡ-түлек кәрзиненең арзанлығы буйынса Өфө Красноярск, Силәбе һәм Омск ҡалаларын артта ҡалдырҙы. Тәүге урындарҙы Сочи, Тула һәм Рязань ҡалалары биләй. Санкт-Петербург һәм Мәскәү — дүртенсе һәм бишенсе урындарҙа. Торлаҡтың хаҡы буйынса Өфө Красноярск, Төмән, Дондағы Ростов һәм Тула менән бер рәттән уртаса позицияларҙа тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика