10:27 (UTC+5), 21 Октября 2016

Башҡортостан Екатеринбургта үҙ продукцияһының ассортиментын киңәйтә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек етештереүселәре Свердловск өлкәһенә оҙатылған ассортиментты киңәйтә. Ошо көндәрҙә республиканың Урал федераль округындағы даими вәкиле Амур Хәбибуллин эш сәфәре менән Екатеринбург ҡалаһында булды. Ҡала хакимиәтендә урындағы сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре һәм Башҡортостан тауар етештереүселәре менән осрашыу үтте.
Екатеринбургтың аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлде тикшереү кәңәшмәнең төп темаһы булды. Башҡортостан етештереүселәре үҙ продукцияһы менән таныштырҙы. Осрашыуға килеүселәргә башҡорт балын, ит-һөт продукцияһын тәмләп ҡарарға тәҡдим ителде. Ҡатнашыусылар республика тауарҙарын Екатеринбургтың сауҙа селтәрҙәренә тапшырыу мөмкинлеген ҡараны.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар, иң мөһиме — Башҡортостандың сифатлы, экологик яҡтан таҙа продукттарын нигеҙле хаҡтар буйынса Свердловск өлкәһенең сауҙа предприятиеларында һәм селтәрҙәрендә һатыу өсөн шарттар булдырыу, тигән фекергә килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика