09:37 (UTC+5), 20 Октября 2016

Туймазы илдең иң төҙөк ҡалаларының береһе булып танылды

Туймазы районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһы Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаларының береһе булып танылды. «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» конкурсы йомғаҡтары буйынса Туймазы ҡалаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә һәм муниципаль берәмекте төҙөкләндереүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең III дәрәжә дипломы менән бүләкләнде.
Туймазы бер нисә йыл рәттән ошо абруйлы исемгә лайыҡ була. Ҡала урамдары йылдан-йыл үҙгәрә бара, яңы юлдар һалына, күп ҡатлы кварталдар һәм социаль объекттар төҙөлә. Мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары артабан үҫешә.
Муниципалитет хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы дүрт йылда ҡалала «Туймазы-Арена» универсаль спорт комплексы, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп фунциялы үҙәк, ике балалар баҡсаһы, ете спорт майҙансығы, ҡала паркында йәйге бейеү майҙансығы асылды, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарына капиталь ремонт яһалды.
2008 йылдан Туймазы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярҙам итеү фондының күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаларында әүҙем ҡатнаша.
Уҙған биш йылда 884 ғаилә авария хәлендәге торлаҡтан яңы йорттарға күсерелгән, 112 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәрелгән.
«Ҡаланың уңыштарында һәм ҡаҙаныштарында ҡала хеҙмәттәренең һәм халҡының өлөшө ҙур», — тип билдәләнеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика