05:07 (UTC+5), 20 Октябрь 2016

Рөстәм Хәмитов «Роснефть» нефть компанияһының төп башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 19 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Роснефть» нефть компанияһының төп башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты.
«Башнефть» компанияһын үҫтереү стратегияһы, уның дивиденд һәм һалым сәйәсәте осрашыуҙың төп темаһы булды. Яҡтар шулай уҡ төбәктең һәм «Роснефть» компанияһының, шул иҫәптән нефть һәм газ химияһы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
Осрашыу тамамланғас, Рөстәм Хәмитов һәм Игорь Сечин «Әсә һәм бала» клиник госпиталендә булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 12 октябрҙә «Роснефть» «Башнефть» нефть компанияһы акцияларының дәүләт пакетын һатып алыу-һатыу тураһында килешеү төҙөнө һәм Федераль ҡаҙналыҡ иҫәбенә 329,7 миллиард һум аҡса күсерҙе. Компанияла контроль пакетты һатып алыу буйынса килешеү тамамланған.
13 октябрҙә «Башнефть» нефть компанияһы идараһының яңы составы һайланды. «Роснефть» компанияһының вице-президенты Андрей Шишкин биш йылға компанияның президенты итеп тәғәйенләнде.
Башҡортостан 38 128 551 ябай, 6 280 076 өҫтөнлөклө акцияға эйә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика