11:48 (UTC+5), 20 Октября 2016

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Роснефть» глобаль килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Роснефть» араһында глобаль килешеү төҙөләсәк. Документтың тексы ай дауамында әҙер буласаҡ. Килешеүгә йыл аҙағына тиклем ҡул ҡуйыу күҙаллана. Был хаҡта журналистарға «Роснефть» нефть компанияһының төп башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һөйләне.
Килешеүҙә үҙ-ара эш итеүҙең бөтә аспекттарын күрһәтеү ҡаралған. Яҡтар «Башнефть» компанияһының республика алдындағы дивидендтар, хәйриә, һалымдар буйынса йөкләмәләрен һаҡлау тураһында һөйләшеп килешкән.
«Кисәге эшебеҙҙең һөҙөмтәләре бөтә йәһәттән дә ыңғай. Республикабыҙға донъялағы иң ҙур нефть компанияһының килеүе көслө һөҙөмтә бирергә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Дивиденд сәйәсәте тураһында һөйләгәндә, 2016 йылда өлгәшелгән финанслау күләме кәм тигәндә ошо кимәлдә һаҡланасаҡ, әгәр әҙ компания яҡшыраҡ эшләһә, артасаҡ, тип билдәләне төбәк Башлығы.
«Ошо йылға 11 миллиард һумлыҡ бюджеттан тыш килем аласаҡбыҙ. Бер ниндәй төбәктә лә бындай ярҙам юҡ», — тине Рөстәм Хәмитов.
Яңы производстволарға инвестицияларға килгәндә, быға тиклем тәҡдим ителгән төҙөлөш буйынса бер нисә проект тәнҡит күҙлегенән баһаланасаҡ. Өҫтәүенә, «Роснефть» яңы производстволар булдырыу менән ҡыҙыҡһына.
«Синергияны иҫәпкә алып, инвестиция программаһы яңынан ҡараласаҡ, ул ҙур буласаҡ. «Роснефть» компанияһын нефть химияһы мәсьәләләре бик ҡыҙыҡһындыра. Был йәһәттән тәҡдимдәребеҙ бар», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика