10:19 (UTC+5), 19 Октября 2016

Өфөлә рәсми вакансияларҙың «хеҙмәт хаҡы» рейтингы баҫылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә вакансияларҙың күпселегендә эш хаҡы 20 мең һумдан артмай. Октябрь башында 3,2 мең вакансия өсөн 15-20 мең һум тәҡдим ителгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Яҡынса 2,7 мең вакантлы урын 10-15 мең һумлыҡ эш хаҡын күҙ уңында тота.
Хеҙмәт хаҡы 8691 һумдан кәмерәк булған ике меңгә яҡын буш эш урыны шартлы рейтингта өсөнсө урын биләй. Дүртенселә — айына эш хаҡы 20-25 мең һум тәшкил иткән 1,8 мең вакансия. Бишенсе урында — эш хаҡы 25 мең һумдан юғарыраҡ булған 1,7 мең вакантлы урын.
Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 8691-10 мең һум тәшкил иткән меңдән ашыу вакансия рейтингта аҙаҡҡы урында тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика